Йәйге ял

   Быйыл миңә Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған «Йәйләү» республика профилле сменаһында ял итеү бәхете тейҙе. Был лагерь хозур тәбиғәтле Әлшәй ерендә урынлашҡан. Бында Башҡортостандың төрлө райондарынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар йыйылғайны. Ырымбур өлкәһенән, Пермь крайынан, Татарстандан, Мәскәүҙән ял итергә килгән балалар ҙа бар ине.

   Лагерҙа беҙҙе, йәш үҙенсәлектәребеҙгә ҡарап, ырыуҙарға бүлделәр. Һәр ырыуҙың ҡошо, ағасы, тамғаһы, ораны, батыры булды. Бында беҙ тик башҡортса ғына һөйләштек. Смена барышында әйҙәүселәребеҙ тарих, ҡурай, ҡумыҙ, бейеү, йыр, төрлө спорт түңәрәктәре ойошторҙолар. «Һомай» студияһы эшләне. Көн һайын төрлө конкурстар, саралар үтеп торҙо. Мин спорт ярыштарында, йолалар сәхнәләштереүҙә, «Йәйләү батыры – 2019» бәйгеһендә әүҙем ҡатнаштым.

   Бында ял итеү миңә бик оҡшаны. «Аманат» журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, йәш йырсы Тимур Ямалов менән ҡыҙыҡлы осрашыу хәтеремдә ҡалды. «Йәйләү» лагерында мин башҡорт халҡының тарихы, йолалары тураһында белемдәремде тәрәнәйттем, бейергә өйрәндем, үҙемә яңы дуҫтар таптым.

Фәтхетдинов Азамат,

9 класс уҡыусыһы