"Исем тураһында ҡабатлау"

Бөгөн, 29 ноябрҙә, Көнгәк урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт һәм татар телдәре уҡытыусыларының район семинары үтте. Уҡыусылар ҡунаҡтарҙы туған телдә шиғыр, йыр менән ихлас сәләмләп ҡаршы алды. Татар һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Зәлифә Фамин ҡыҙы Миңлеәхмәтова "Исем тураһында ҡабатлау" темаһына 5 -се класта, федераль дәүләт белем биреү талаптарына ярашлы, бай йөкмәткеле асыҡ дәрес күрһәтте. Уҡытыусы дәрестә төрлө эш алымдарын оҫта ҡулланды, балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүгә, туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү , тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирҙе. Артабан,7-9-сы класс уҡыусылары "Аулаҡ өй " тип исемләнгән кластан тыш сара күрһәтте. Сара халыҡ йырҙары, бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Сығыш яһаған уҡыусыларҙың ихласлығы, артислыҡ һәләттәре, туған телдә матур итеп иркен аралашыуҙары һоҡландырҙы. Шулай уҡ, килгән ҡунаҡтарға мәктәп музейына экскурсия тәҡдим ителде. Музей етәксеһе Рауза Әсхәт ҡыҙы Таваева мәктәп тарихы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
YgHE8HGKSIU.jpgZ3nKo4xvoX4.jpgIMKpuGAueOI.jpgfGS4VVoSXpY.jpgd7g_Ji5P-qI.jpgau4u-WiM3UE.jpg