“Урал батыр” эпосын яттан һөйләү һәм сәхнәләштереү буйынса XXXVI төбәк-ара конкурсы үтте

Бөгөн Салауат районы Малаяҙ ауылында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү һәм сәхнәләштереү буйынса XXXVI төбәк-ара конкурсы үтте.

Мәртәбәле сарала Асҡын районы уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты.

“Урал батыр” эпосын һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү” номинацияһында Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбе уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова етәкселегендә Фидан Ҡазыханов (9-сы класс), Илназ Фазылйәнов (7-се класс), Тимур Тайыпов ( 8-се класс), Әлфиә Нуриәхмәтова ( 8-се класс), Нурия Тимерғәлиева (4-се класс) сығыш яһап, “Халыҡ ижадына тоғролоҡ” номинацияһында еңеү яулай.

”Урал батыр” эпосын яңғыҙ башҡарыу” номинацияһында Асҡын 2-се урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Яҙгөл Абрарова (уҡытыусыһы Рәзифә Исмәғзәм ҡыҙы Сәйәхинурова) сығыш яһап, 3-сө урынға эйә була.

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Илнур Хәйруллин менән Даяна Әүбәкерова (етәкселәре Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова) ла конкурста ҡатнашып, Даяна — 1-се, Илнур 3-сө урын яуланы.

Районыбыҙ данын яҡлап, мәртәбәле бәйгелә лайыҡлы сығыш яһаған һәм призлы урындар яулаған уҡыусыларҙы һәм уларҙың етәкселәрен, ата-әсәләрен ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
jchfR87YgFg.jpgEszRwmxI57k.jpgBp5lvMtNN_g.jpg